Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙының сайтына рәхим итегеҙ!
Сайттың менюhы
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 76
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Учалы ҡалаһы 5-се һанлы муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһы

Эҙләнеү эшенең темаһы:

Башҡорттоң данлы ҡурайы

 

 

 

 

                                                       Башҡарҙы: Учалы ҡалаһы 5-се һанлы                

                                                    урта  дөйөм белем биреү мәктәбенең Вәхитова Диана.

                                                                                               Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы         

                                          Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙы.

 

Йөкмәткеһе:

 

  1. Инеш.                                                                                     
  2. Төп өлөш.                                                                              
  3. Йомабай Иҫәнбаевтың башҡорт ҡурайын данлауы.       
  4. Башҡорттоң данлы ҡурайы.                                               
  5. Йомғаҡлау.                                                                        

 

 

 

Инеш

          Башҡорт халҡы - борон-борондан тәбиғәт балаһы булған. Шуға ла уларҙың тормошонда халыҡ музыка ҡоралдары ҙур урын тотҡан: хәҙерге көндә лә уйнатылған ҡурай һәм ҡумыҙ ( XIII-XIV быуаттар),ҡыллы инструмент –думбыра

 ( XVIII- XIX быуаттар), хәҙер онотола барған – ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, борғо, думбырҙаҡ,шаҡылдаҡ, ятаған.Шулай уҡ төрлө һыҙғыртҡыстар, ағас һәм үлән япраҡтары, көнкүреш кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө биҙәүестәренең шалтырауыҡтары һәм башҡалар ҡулланылған.

        Эшебеҙҙең актуаллеге. Халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе, милләтебеҙҙең асылын, тамырын һутландырыусы ҡурайҙы инновацион технологиялар,нанотехнологиялар заманында  һаҡлап ҡалыу.

      Эҙләнеү эшенең  маҡсаты:

  • Ҡурайсылар борон-борондан илаһи, тәбиғи музыка ҡоралы аша быуаттарҙан быуаттарға рухи көс биреп, халҡыбыҙ тарихын яҙып килә. Ҡурайҙы, ҡурай менән бергә халҡыбыҙ мәртәбәһен һаҡлаусы уйын ҡоралы тураһында белемде арттырыу.
  • Тиҫтерҙәремдә ҡурайға  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

      Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

  • Ҡурай тарихын өйрәнеү;
  •  Башҡорт уйын ҡоралының бөйөклөгөн данлау.

       Эҙләнеүҙең  практик әһәмиәте

 Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан башҡорт халҡының уйын ҡоралдарын өйрәнеүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала. Тикшеренеү һығымталарын төрлө кисәләрҙә ҡулланырға мөмкин.

        Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

                  XIX быуаттың  икенсе яртыһында Европа уйын ҡоралдары киң ҡулланыла башлай: гармун, тальян гармун, скрипка, мандолина. XX быуаттың беренсе яртыһында баян ҡулланыла башлай.

          Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ бик борондан ҡулланылһа ла,хәҙер ҙә үҙенең ҡулланышын юғалтмай.Ул төрлө байрамдарҙың,йыйындарҙың биҙәге булып тора.Ҡурайҙы –тынлы музыка ҡоралдары донъяһында ғәжәйеп нәмә,  тип иҫәпләй рус әҙәбиәте классигы,беҙҙең яҡташыбыҙ С.Т.Аксаков.Икенсе бер яҡташыбыҙ яҙыусы В.Зефиров башҡорт ҡурайының әҫәрләндергес тауышын

 « икһеҙ-сикһеҙ урман  һәм далалар симфонияһы » тип атай.

 

 

 

Инеш.

Ҡурай – башҡорт халҡының бик боронғо милли  музыка уйын ҡоралы. Ул, ата-бабалар аманаты булып, быуын-быуын күсә килгән,  башҡорт халҡының төп милли уйын ҡоралы булып һаҡланып ҡалған.

 Бөгөн ҡурай – Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһында мөһим урын тотҡан атрибут булараҡ , Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы символикаһында урын алған һәм милли сәнғәтебеҙҙең сағыу бер биҙәге булып йәшәп килә.

   Ҡурай халҡыбыҙ менән йәнәш йәшәгән бик боронғо уйын ҡоралы икәнен меңәр йылдар, хәтһеҙ быуаттар  элек ижад ителгән башҡорт халыҡ  ҡобайырҙары  “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡуңыр буға”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша”, “Ҡара юрға”һ.б риүәйәт-легендалары, йырҙары, әкиәттәре аша күҙалларға була.

 Ошо бик боронғо  уйын ҡоралында- ҡурайҙа- халыҡ таланттары мәшһүр “Урал”, “Сыңрау торна”, “Ғилмияза”һ.б  йырҙарҙың һәм көйҙәрҙең классик өлгөләрен ижад иткән. Ҡурай үҙе, һис үҙгәрмәйенсә, тәүге һәм камил төҙөлөшө хәлендә һаҡланып ҡала килә.  Унда уйнау сәнғәте бөгөн ошо йүнәлештә дауам итә.

  Биш кенә уйымлы ошо үлән ҡурайҙың сихри ауаздары хаҡында оло әҙибебеҙ Ғайса Хөсәйенов былай яҙған: “Ҡурай моңоноң әҫәрләнеүсән кешегә бар донъяһын оноттороп ләззәтләндерер, хыялын әллә ҡайҙарға алып китер үҙенә бер төрлө ҡөҙрәте булыр. Һуҙып-һуҙып уйналған моңдан күҙ алдына берсә ҡылғанлыҡ  киңлектәре , аҡ тирмәләре, көтөү-көтөү йылҡылары менән икһеҙ-сикһеҙ башҡорт сәхрәләре алға баҫыр.

 Ә музыка белгесе, фольклорсы С.Г.Рыбаков үҙенең “Ҡурай-башкирский инструмент”  исемле хеҙмәтендә ҡурайсының ҡурайҙа хайран ҡалырлыҡ матур һәм төҙөк тауыштар сығара алыуын билдәләп киткән.  Шулай уҡ ул “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта”(1897) тигән китабында егерменән артыҡ маһир ҡурайсы-музыканттың ижады тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ә халыҡ  музыка сәнғәтендә профессионализм элементтарының ярылып ятыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала.

 Исемдәрен быуаттар төпкөлө лә юя алмаған билдәле һәм әлегә исемдәре беҙгә килеп етмәгән сәсәндәр ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ маһирлығынан халыҡтың ауыҙ-тел , музыка хазиналары һандығына өлгө-өлөш индергән, ҡурайҙа уйнауҙың халыҡ мәктәптәре нигеҙендә башҡарыу традицияларын, оҫталыҡ серҙәрен киләһе быуынға мираҫ итеп тапшыра килгән.

 

 

-Ҡурай!

-Әү.

-Ҡайҙа үҫтең?

-Урманда.

-Кем ҡырҡты?

-Ҡурайсы.

-Ни эшләргә?

-Уйнарға.

Ҡурайсы шулай һамаҡлап, әйткән һәр кәлимә һүҙе һайын услап тотамлай барып (8 һөйләм -8 тотам), ҡурай оҙонлоғон үҙенә яраҡлаштырып киҫеп алған. Һуңынан илеләп үлсәп, уйымдарын уйған.

 Кипкән, ҡороған , йәғни ҡураған, ҡорғаҡһыған көпшәнән эшләнгән уйын ҡоралын ҡурай тип атағандар.

 Ҡурай- сатыр сәскәлеләр төрөнә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Халыҡ телендә ул “таҡыя башлы ҡурай” тип йөрөтөлә. Ҡурай үләне яңғыҙ үҫә,тирә-яҡҡа таралмай. Көпшәһе буйынан буйына эске яҡтан аҡ төҫтәге йомшаҡ “ит” менән ҡапланған. “Айыу ҡурайы” һымаҡ тыштан быуындарға,эстән бүлемсәләргә бүленмәй.

 Фәндә ул реброплодник уральский исеме менән билдәле. Бейеклеге -120-170 см.Урал тауҙарының төньяғынан алып көньяҡ сиктәренә тиклем үҫә. Унан тыш, Алтай, Саян тауҙарында, Яҡутстанда осрай.

 Музыкаль уйын ҡоралы булараҡ бары башҡорттарҙа киң таралыу алған. Тыва, алтай халыҡтарында ла осрай, уларҙа “асыҡ шоор”, “ябыҡ шоор” тип йөрөтөлә. Тауыш сығарыу ысулы оҡшаш тиерлек. Шулай уҡ ҡурайға тартым уйын ҡоралы ҡаҙаҡтарҙа (сыбызғы), ҡырғыҙҙарҙа(чоор), төрөкмәндәрҙә (ҡарғы-төйдөк)һ.б тигән  атмаларҙа ҡулланыла.

 Ҡурайҙы, үләндән тыш, башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. “Яуҙа яуҙаш, юлда юлдаш” ҡурайҙы, ғәҙәттә, ныҡлығы өсөн еҙ көпшәләрҙән яһап алғандар. Бындай ҡурайҙың осона, тешкә терәгәндә йомшағыраҡ булһын өсөн, йә ҡурғаштан, йә көмөштән мөштөк ҡойоп кейҙерелгән.

 Хәҙер махсус технология нигеҙендә ҡурайҙы ағастан эшләү киң күренешкә әүерелде.  Ошо башланғысҡа тәүгеләрҙән булып 70-се йылдарҙың уртаһында оҫта Вәкил Шөғәйепов юл асты һәм уның ижад емештәре шунда уҡ ҡурайсылар араһында хуплау тапты.

 Бер аҙҙан был башланғысты башҡа оҫталар күтәреп алды: Сәйфулла Дилмөхәмәтов үҙен дүңгәүер ҡурайында уйнаған  мәшһүр ҡурайсы ғына түгел, бик үҙенсәлекле ҡурай эшләүсе оҫта итеп тә күрһәтте:  Зыя Хәлилов ҡурайсы һәм ҡурай эшләүсе оҫта булып дан алды: үҙе уйлап  тапҡан өр-яңы технология  менән ағастан ҡурай яһаусы оҫта Рәмил Хөснуллин да ҡурайҙары менән оҫталар рәтен тулыландырҙы. Һуңғы осорҙа ҡурай эшләргә оҫталығын сарлаусы йәштәр һаны бермә-бер арта.

 Ағас ҡурай алты төрлө оҙонлоҡта яһала. Иң оҙон ҡурай бөтә уйымдары ябыҡ килеш бәләкәй октава “соль” тауышында, ә иң ҡыҫҡа ҡурай беренсе октава “до” тауышына көйләнә.  Шулай итеп, хәҙерге көндә  ундай ҡурайҙар киң ҡулланыла. 

Халҡыбыҙҙа ҡурай төрлө-төрлө булған. Башҡорт яугирҙары  ил азатлығы  өсөн көрәшкә сыҡҡанда үҙҙәре менән еҙ ҡурай йөрөткәндәр.  Ҡатын-ҡыҙ уйнай торған ҡыҫҡа ғына ҡурайҙы  сор ҡурай тип атағандар. Ағас шпондан эшләнгән ҡурай ҙа бар. Ләкин моңло булыуы менән үҫемлек ҡурай бөтәһенән дә айырылып тора.

 

 

Йомабай Иҫәнбаевтың башҡорт ҡурайын данлауы.

Ҡурай- башҡорт ерлегендә барлыҡҡа килеп, халыҡтың күп быуатлыҡ тарихын үҙенә һеңдергән, уның тоғро юлдашы булып, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡан ҡорал. Уға хәҙер нисә йәш?  Уның йәше тураһында шунан тоҫмарларға мөмкин: элек-электән тик ҡурайҙа ғына башҡарыла торған башҡорт халыҡ көйө “Сыңрау торна”ның меңәр йылға һуҙылған ғүмере бар.  “Аҡбуҙат”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” эпостарында ла ҡурай тураһында бәйән ителә.

 Башҡорт ҡурайы халҡы тарихына, уның яҙмышына, аһ-зарына , шатлығына уралып, уны бер йыуатып, бер моңландырып, бер дәртләндереп, халҡы менән бергә ғүмер иткән, уның тәүге һәм төплө музыка ҡоралы булған, тәбиғәттең һәм кешенең сығара алған бөтә  тауыштарын да ҡабатлай алған изге бер ҡорал булып халҡына хеҙмәт иткән, әле лә хеҙмәт итә.  Ҡурайҙың республикабыҙ байрағында урын алыуы уға ҡарата халыҡ хөрмәте, ҙурлауының кәүҙәләнеше булып тора.

  Ҡурайҙың сығарған моңо, башҡорттоң телен-һүҙен аңламаған кешеләрҙе лә хисләндерә, уларға ла тетрәндергес тәьҫир итә ала. Тик оҫта ҡурайсы ҡулында булһын. Шуға ла улар донъя урай, ҡитғаларҙа башҡорт халҡының тарихын, тормошон, уй-фекерҙәрен моңо аша һөйләп бирә, үтә лә талапсан тамашасаларҙы ла әсирлеккә төшөрөп, һоҡланырға мәжбүр итә.

 Башҡорт халҡының йырҙары, ҡурайы хаҡындағы тәүге данды 20-се йылдар уртаһында Мәскәү, Париж, Берлин, Стокгольм һәм Европаның башҡа ҡалаларында сығыш яһаған ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев яуланы.

 1925 йылдың июнь айҙарында Йомабай Иҫәнбаевты Парижда  асыласаҡ Бөтә донъя күргәҙмәһенә ебәреү өсөн Мәскәүгә саҡырып алалар. Парижда буласаҡ концерт баш ҡалала ике тапҡыр күрһәтелә.

 Артистар  Париж тамашасылары өсөн ун бер тапҡыр сығыш яһайҙар. Париждың талапсан тамашасылары ла, музыка белгестәре лә башҡорт ҡурайын бик тә оҡшаталар, ҡыҙыҡһыналар.  Бер ҡыу ҡурайҙан шул тиклем көй сығарғас, берәү үҙен сәхнәгә үткәреүҙәрен үтенә һәм ҡурайҙы үҙ ҡулына алып  тикшереп ҡарай. Шул  арала  Й.Иҫәнбаев Башҡортостандан тамыры менән йолҡоп килтергән тәбиғи ҡурайҙы бөтә зал уртаһында киҫеп, һигеҙ тотамлы ҡурай яһап, тишектәрен тишеп “Байыҡ” көйөн һуҙҙырып ебәрә! Зал  тағы ла аптырауға ҡала ,ә бер ҡатын сығып Йомабайға алтын балдағын бүләк итә.

 1927 йылда Германия, Швеция ерендәге 22 ҡалала  54 концертта ҡатнашып, 55 йырҙы уйнап Евпопаның тамашасыларын әсир итә.

Тылсымлы башҡорт ҡурайының моңо Болгария, Һиндостан, Япония, Финляндия, Вьетнам, Корея, Афғанистан, Иран, Африка, Америка илдәрендә яңғыраны. Был илдәрҙең халҡын башҡорт халҡы менән ҡурай моңо, йыр аша таныштырҙы. 

Музыка ҡоралдарының һаулыҡ өсөн әһәмиәте.

   Ҡурай уйнаған кешенең тын юлдары иркен, күкрәге киң, үпкәләре һау, тыны оҙон була.

Башҡорт музыка ҡоралдарының һаулыҡ өсөн дә әһәмиәте ҙур икән.

 

 

Йомғаҡлау.

 “Ҡурайға, минеңсә, ер моңо күскән, ҡояш нуры һеңгән, уйнағанда ана шул  нурлы моң тарала. Уны бүтән ҡоралдың ҡабатлауы мөмкин түгел,- тип яҙа Ноғман Мусин. 

Башҡа милләт кешеләре  ҡурай моңон тыңлағас бына ниндәй хистәргә бирелә. “Ул, ысынлап та, илаһи моң менән уйнаны. Үҫә торған ябай көпшә, һәм унда бары тишектәр генә. Ә моңо-донъялағы иң саф моң, һәм ошо ябай моң менән бергә классик әҫәр кеүек- ҡайҙандыр тағы бер бас ҡушыла, ҡеүәт өҫтәй, ҡайҙан икәне аңлашылмай. Үҙенән , эстән сыҡҡан тауыш һымаҡ. Уға тағы өсөнсө өн ҡушыла, талғын ел өнө.  Ғәжәйеп. Хатта Бетховен был моңға үлер сиккә етеп һоҡланыр ине, тип уйлайым мин, -тип яҙа рус ғалимәһе Е.Я.Симонович-Ефимова.

 Ҡурайҙың сығарған моңо, башҡорттоң телен-һүҙен аңламаған кешеләрҙе лә хисләндерә, уларға ла тетрәндергес тәьҫир итә.

 Ҡурай-башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан  ҡалған ол о аманат. Уның моңо бөгөн дә күптәрҙең күңелен арбай, рухын тергеҙә, зауығын  байыта.

Ҡурай- башҡорт халҡының бик боронғо милли уйын ҡоралы. Ул, ата-бабаларыбыҙ аманаты булып, быуын-быуын күсә килгән, башҡорт халҡының төп милли уйын ҡоралы булып һаҡланып ҡалған.

 Бөгөн ҡурай –Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһында мөһим урын тотҡан атрибут булараҡ, Башҡортостан республикаһының Дәүләт гербы символикаһында урын алған һәм милли сәнғәтебеҙҙең сағыу бер биҙәге булып йәшәп килә. Ҡурай үҙе, һис үҙгәрмәйенсә, тәүге һәм камил төҙөлөшө хәлендә һаҡланып ҡала килә. Унда уйнау сәнғәте традицияларға нигеҙләнеп үҫтерелә һәм бөгөн ошо йүнәлештә дауам итә.  Бөгөнгө көндә йыл һайын республикабыҙҙа ҡурай уйнаусылар бәйгеһе үткәрелә. Яңы-яңы ошо сихри моңло музыка ҡоралын үҙ итеүселәр табыла, яңы исемдәр асыла. Ҡурайҙа хәҙер ир-егеттәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай.  Сит милләт кешеһендә ҡурай сихри моңо менән арбай. Ә ошо музыка ҡоралына ғашиҡ булған, мөккибән киткән талнтарыбыҙ булғанда ҡурай үҫер, яңынан-яңы үрҙәр яулар, йәшәр.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Ришат Рәхимов “Ҡурай”, Өфө,2011, 4-8-се биттәр.

2.Фәриҙә Фазлыева “Уралым- тыуған төйәгем”,Өфө,1994, 53-55-се биттәр.

3.Бураҡаев И.Д, Бураҡаева М.С “Тормош һабаҡтары”, Өфө,1996,28-32-се бит.

4.”Бельские просторы” журналы №6, 2008,120-122-се бит.

5.”Ватандаш” журналы, №5, 2009,164-166-сы бит.

 6.“Башҡортостан уҡытыусыһы”, №12,  2010,26-28-се бит.

 

 

 

 

 

 

 

 

тышта ҡар яуа

эх күңелле яҙ килә

hауа торошо