Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙының сайтына рәхим итегеҙ!
Сайттың менюhы
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 76
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 

 

Инша.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

уҡыусы:    Янбаев Ильяс Ильфат улы, 11-се класс.

                  уҡытыусыһы:  Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙы

 

                 Быуындарға ялғап быуындарҙы,

                  Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

                  Башҡорт балаһы мин,

                  Ер хәтерендә

                  Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

                  Быуындарға ялғап быуындарҙы,

                   Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

                                                            Рауил Бикбаев.

Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе-үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.

  Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә, уның шул телдә фекерләү зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә. Кешеләр менән аралаштырған да– тел,   белем, ғилем биргән дә – тел.

  Минең туған телем- әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән. Ул донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, рус телен икенсе туған телдәй өйрәнергә юл асҡан.

  Туған тел аша беҙ үҙ туған халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышабыҙ, үҙебеҙгә уның рухын һендерәбеҙ.

Башҡорт халҡы элек-электән һүҙ сәңғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Беҙҙә киләсәк быуынды тәрбиәләрлек бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәте бар. Ул балала изгелек, мәрхәмәтлек, батырлыҡ , матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләй. Мәҫәлән, халыҡ ижадын өйрәнгән, йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙөндә әҙәплелек, нәфислек, яғымлылыҡ сағылып тора.

  Беҙҙең республикабыҙ-күп милләтле. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.  Һәр кем үҙенең  милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.  Минең башыма Назар Нәжмиҙең “Урал”  поэмаһын  уҡығас төрлө уйҙар килде. Бер яҡтан үҙемдең тыуған илемдә йәшәүемә шатландым, икенсе яҡтан сит илдә йәшәгән милләттәштәремде йәлләнем. Үҙ тыуған иленән, теленән  айырылған кешеләр бәхетлеме икән?   Поэманың геройы Ишбулла ла сит илдә осратҡан яҡташын башҡорт итеп һанарға теләмәй. Ә был кеше үҙенең башҡорт рухы менән йәшәүен иҫбат итә. Үҙенең уй-фекерҙәре, хис-тойғолары менән уртаҡлаша.

  - Башҡортлоҡ- ул милләт кенә түгел,

     Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.

    Ерҙә әле рух бар- халыҡ рухы,

    Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы, -тип әйтә.

Ә  “Урал”  йырын йырлағас ул да үткәндәрҙе, атаһының рухын иҫкә төшөрә.

“Тик башҡорт ҡыны ошолай йырлай ала”, - ти.

Сит ерҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған, уны һаҡлап алып ҡалған кешеләр иғтибарға лайыҡ. Улар менән ғорурланырға була. Ә шул ваҡытта үҙ илендә, ерендә йәшәп үҙ телен белмәгән, белергә теләмәгән, үҙен сит милләт вәкиле итеп күрһәтергә теләгән, икенсе телдә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?  Бушҡа ғына Р. Бикбаев былай тип яҙмай:

     “Туғанынан яҙған-ярты йәтим.

      Туған теленән яҙған-мең йәтим!

     Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

      Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!”

Эйе, беҙгә телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән уянырға кәрәк, сөнки беҙҙең туған телебеҙ яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Балаларҙың әсә телен белмәй телһеҙ, моңһоҙ, рухһыҙ булып үҫеүе үҙе үк фәжиғәгә килтерә. Башҡорт халҡы аҫыл ерҙәренән, аҫыл ирҙәренән, аҫыл йырҙарынан яҙһа ла  теленән, моңонан бит  бер ваҡытта ла яҙмаған. Ошо турала үҙен башҡорт итеп һанаған, үҙ халҡының данлы-шанлы тарихына битараф булмаған кешеләр уйланһын ине һәм дөрөҫ аҙым яһаһын ине.

   Ә мин үҙемдең башҡорт булыуым менән һәм башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеүем, башҡа милләт халҡы менән күҙмә-күҙ ҡарашып аралаша алыуым менән ғорурланам. Үҙ тыуған еремде, телемде бер ваҡытта ла башҡа нәмәгә алыштырмаясаҡмын, сөнки минең күңелемдә атайым һәм әсәйем һеңдергән башҡорт рухы йәшәй.     Телем, илем, ерем үҫһен, үҫешһен  өсөн үҙ өлөшөмдө индерәсәкмен.

Инша.

Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла!

 

                              Яҙҙы: Вәхитова Диана,

Учалы ҡалаһының бишенсе һанлы

 урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы.

                                              

                              Етәксеһе: Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙы

 

           Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

          Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

          Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

          Эй туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Эйе, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр!   Был һүҙҙәр  19 быуатта уҡ   халыҡты аң-белемгә саҡыра , наҙанлыҡтан ҡотолорға өндәй.    Йылдар үтә , әммә ошо ябай шиғыр юлдары бөгөн дә үҙ бәҫен юғалтмай,   бөгөн дә шул көндәрҙәге  кеүек яңғырай.    Шуныһы менән ул бөгөн дә кәрәкле, мөһим.   Сөнки заманалар үҙгәрә, тормош алға бара , ә аң-белемле булыу  бер ваҡытта ла ҡамасауламай.   Бөгөнгө заман шауҡымында  ни тиклем күберәк белһәң,  шул тиклем яҡшыраҡ, ни тиклем белемле булһаң , шул тиклем тормошта  үҙ юлыңды табыуы еңелерәк бит.

 Бөйөк шағир, мәғрифәтсе әле 19 быуатта уҡ ошо хаҡта уйланған, хаҡ һүҙҙәр табып халҡына мөрәжәғәт иткән!

“Аҡмулла, Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына башҡорттарым, тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра”, - тип яҙа профессор Ә.И.Харисов. Үҙ халҡын мәҙәниәтле итеп күрергә тырышыу, ихлас күңелдән  халҡын яратыу шундай тәрән фекерле шиғыр  яҙыуға килтергән. Халыҡ наҙан булһа ла ул шиғырҙарҙы яттан белгән, өйрәнгән, отоп алып яттан һөйләр булған.  1960 йылда Марсель Ҡотлоғәлләмов ҡа Учалы районы Аҙнаш ауылы ҡарты Дәүләтша Мөхәммәтшиндың яттан  һөйләп биреүе күп нәмә тураһында һөйләй . Аҡмулла шиғырҙары ярлы-ябағаға йыуаныс, ә байҙарға әсе һүҙ, киҫәтеү булып яңғыраған. Байҙар уның һүҙҙәренән  уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡҡандар һәм унан ҡотолоу юлын эҙләгәндәр. Ул үҙенең белемле булыуы, күп белеүе менән күпкә юғары  торған,  бер кемдә уны еңә алмаған.  Ул башҡорттар араһында шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса өләң сығарған.  Шуға күрә лә башҡорттар уны сәсән телле шағир итеп һанаған, ә  ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Халыҡтың ауыр тормошон, белемгә эйә булмауын күреп, бар ауырлыҡтар, михнәттәр наҙанлыҡтан килә,  тип уйлаған.   Аҡмулла шул ваҡытта  уҡ кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә  тәрбиә итеү, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрә.  Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә, бәхетле , һәйбәт  йәшәүгә илтә,  тип  уйлай.  Шул ваҡытта уҡ бөйөк шағир, мәғрифәтсе « Хәл  етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы, камилдар ҡатарына кергән яҡшы. Русса уҡып ҡына түгел белмәк, хәл килһә , французса белгән яҡшы”,  – тип яҙа . Ниндәй хаҡ һүҙҙәр !   Үҙ аллы белем алып,  шул заманда  ниндәй юғары фекерҙәргә эйә булған бөйөк  кеше!  Тормошто алдан күрә белгән, уның әйткән хаҡ һүҙҙәре бөгөн әйткән һүҙҙәр кеүек үҙ баһаһын юғалтмай.  Йылдар үткән һайын Аҡмулла тәғлимәте , өгөт-нәсихәте нығыраҡ яңғырай, халҡыбыҙҙың рухын байыта, уйланырға мәжбүр итә. Аҡмулла ижады көндән-көн бөйөкләнә бара, шуға ла һәр заманда Аҡмулла хаҡ мулла булып ҡала бара.  Ә беҙгә , халҡыбыҙҙың ошондай  улдары менән ғорурланырға, хаҡ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға, тормошта үҙ юлыңды табып бөйөк башҡорт иленең арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары булырға тырышырға кәрәк.   

 

      

Мин бәхетле тыуған еремдә!

Инша.

Уҡыусы: Миһранова Гөлнур, 6-сы класс.

Уҡытыусыһы: Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙы.

Учалы 2014

 

 

 

Бейек- бейек тауҙарың,

Йырлап аға һыуҙарың,

Һинең хаҡта уйҙарым,

Учалы.

Сихри моңдай буйҙарың,

Яландарың, ҡырҙарың,

Һинең хаҡта йырҙарым,

Учалы.

         Мәүлит Ямалетдинов.

     Эйе, һинең хаҡта йырҙарым, уйҙарым минең тыуған ерем , Учалы! 

 Тыуған ер! Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү, ишетеү менән күңелгә әйтеп бөтмәҫлек хистәр тула. Эйе, ҡоштар һымаҡ һәр кемдең тыуған ояһы, иле бар.  Ниндәй ҡәҙерле ул тыуған ер! Бында барыһы ла яҡын, барыһы ла изге.  Сөнки мин ошо ерҙә  беренсе һулышты алғанмын,ошо  ерҙә беренсе аҙымымды баҫҡанмын, тәү башлап үҙ туған телемдә беренсе һүҙемде әйткәнмен.  Үҫә төшкәс рәхәтләнеп тыуған  еремдә аунағанмын, уйнағанмын, һинең күлдәреңдә рәхәтләнеп һыу төшкәнмен. Һинең матур тәбиғәтеңә , урман-яландарыңа, тауҙарыңа, йылға-күлдәреңә ҡарап һоҡланғанмын. Ошо матурлыҡ миңә йәшәргә көс, дәрт биргән,  тыуған ергә, илгә, телемә һөйөү тойғоһо уятҡан. Ошо тойғо менән мин илемде , телемде яратып йәшәйем, уҡыйым. Сөнки тыуған ер миңә ата- әсәйем кеүек яҡын, ҡәҙерле. Тыуған еремә булған тойғоларым минең йөрәгемдә һаҡлана.

 Минең тыуған еремдең һауаһы ла саф, ҡояшы ла нығыраҡ яҡтырта, еле лә йылы, йомшаҡ, ҡоштары ла матур һайрай. Минең тыуған еремдең тәбиғәте лә бик матур.Бай тарихлы Ирәмәлем, икһеҙ- сикһеҙ күлдәрем, емеш-еләккә бай урманым, һоҡланып туя алмаҫлыҡ тәбиғәтем- бәтәһе лә минең тыуған еремдә!   Үҫеп еткәс ошо ерем, илем үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Тәбиғәте таҙа, һауаһы саф, йылға-күлдәре мул һыулы булһын өсөн бөгөндән тырышыр кәрәк.   Тарихҡа бай урындарҙы һаҡлап алыр кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ерҙең тарихын белер кәрәк, киләсәге өсөн борсолор кәрәк.   Уйлап ҡараһаң һәр атама, һәр төбәк тарих менән бәйләнгән. Беҙгә  шуның менән ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә кәрәк. Яңы асыштар яһарға кәрәк.                  Һәр кем үҙ илендә генә бәхетле!   Ошо ер беҙгә йәшәргә көс, дәрт бирә, яңы асыштарға әйҙәй.   Киләсәктә минең ерем   тағы ла матурыраҡ гөл-сәскәләргә,  һандуғастар тауышына  күмелеп  ултырыуын күрәһем килә. Тәбиғәт матурлыҡҡа сорналһа, йыр-моңға күмелһә, кешеләр ҙә яғымлыраҡ,бер-береһенә иғтибарлыраҡ, һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшләргә  ынтылып торорҙар кеүек.Кешенең күңелендә тыуған еренә һәр ваҡыт йылы тойғолар, иң  матур хәтирәләр һаҡланалыр  ул. Ошо хәтирәләр уны ғүмере буйына оҙата бара. Тыуған ергә булған мөхәббәт йылдан-йыл арта, тәрәнәйә, күңелеңдең иң түрендә була бара. Һәр бер кеше минең кеүек “Мин бәхетле тыуған еремдә”,- тип ғорур  әйтә алһын ине.

 

 

 

 

 

 

тышта ҡар яуа

эх күңелле яҙ килә

hауа торошо